Понедельник, 18.11.2019, 15:01Приветствую Вас Гость | RSS
САЙТ УЧИТЕЛЯ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА ДАМИНДАРОВОЙ ГУЛЬНАЗИРЫ РИФОВНЫ
Добро пожаловать на мой сайт!
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 33
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

11:57
Халыҡ-ара туған телдәр көнө

21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнө. 1-се Башҡорт лицейында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һм яҡташыбыҙ ғалим-педагог, әҙәбиәтсе, фольклорсы Марат Минһажетдиновтың 85 йыллығына арналған ҙур сара уҙғарылды. Байрамға Марат Минһажетдиновтың туғандары, Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаттары, ветеран уҡытыусылар, ҡала һәм район мәктәптәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ “Минһажетдинов уҡыуҙары” конкурсы еңеүселәре саҡырылғайны. Марат Минһажетдиновтың бер туған һеңлеһе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рауза Хәләф ҡыҙы ағаһының тормош юлы тураһында һөйләп үтте. Хәсибә Мөхәмәҙи ҡыҙы «Минһажетдиновтарҙың уҡытыусылар династияһы»менән таныштырып үтте. Марат Хәләф улының студенттары Алик Һибәт улы Байғарин, Зөһрә Алсынбай ҡыҙы Бүләкова мауыҡтырғыс итеп студент йылдары тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.«Баласаҡ» ансамбле(етәксеһе Гөлфирә Дамир ҡыҙы Ғәйнуллина) матур йырҙары, «Уралтау» студияһы (етәкселәре Азат Афзал улы һәм Фәнилә Ғәббәс ҡыҙы Буранбаевтар) һоҡланғыс бейеүе менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Наҙгөл Ғәйфуллинаның «Халҡыма» йыры, 5г класы уҡыусыларының ихлас һөйләгән шиғырҙары байрамға йәм өҫтәне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әлфиә Фәтҡуллина,Гөлнара Ғүмәрова,Лилиә Ғәйфуллина байрамды бик оҫта итеп, юғары кимәлдә алып барҙы. Гөлсинә Ғәбитова, сараның тәжрибәле режиссеры, сценарийҙы йөкмәткеле итеп төҙөгәйне. Байрам уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә бик фәһемле булды. Быуындар бәйләнеше бөтәбеҙгә лә бик мөһим. Оло йәштәге уҡытыусыларҙың ысын күңелдән әйтелгән аҡыллы кәңәштәре йәш быуын өсөн аманат булып ҡалыр. Сара Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләү флэшмобы менән тамамланды.

Просмотров: 93 | Добавил: damindarova88 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Календарь
«  Февраль 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728
Погода
Друзья сайта